Әрме һурпаһы.Ул минең өсөн 1973 йылдың көҙөндә башланды.Кис икенсе сменанан уҡытып ҡайтҡас күрәм,әрме хеҙмәтенә саҡырған ҡағыҙ киҫәге ята.Иртәгеһен киттем район үҙәгенә военкоматҡа.Унда миңә бер пакет тоттороп,ҡалтырап торған автобусҡа ултыртып Өфөгә оҙаттылар.Бер көндән мин үҙем хеҙмәт итәсәк часта инем инде.Барлығы 25 кеше генә алынған беҙҙең призывтан,күпселеге юғары белемле.Улар араһында өлкә прокуратураһында эшләп килгән З.Ҡурамшин,ҙур төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе М.Зисман,композитор Р.Хәсәнов һ.б. бар ине.Тиҙ арала дуҫлашып,әрме тәртиптәренә күнегә башланыҡ.Р.Хәсәновтың кинокамераһы бар ине,ул төшөргәнде кистәрен кинепроектор аша ҡарап,эй көлөшкән булыр инек,ысынлап та унда беренсе тапҡыр үҙеңде күреү бик ҡыҙыҡ ине шул.Шулай итеп ике ай һалдатҡа әҙерләү ваҡыты үтеп тә китте.Һуңынан беҙҙе дүрт егетте кесе командирҙар курсына уҡырға ебәрҙеләр.Унан ҡайтҡас беренсе взвод командиры урынбаҫары булараҡ,йыл ярым буйына күп ваҡыт батальон старшинаһы вазифаһын да үтәргә тура килде.Беҙҙең взвод һәр ваҡыт алдынғы рәттә булды.Ә инде үҙем бер түгел ике генералдың -дивизия командиры һәм хәрби округ командующиеның-Почет Грамотаһы менән бүләкләнеүем менән һаман ғорурланам.Әрме йылдарында булып уҙған ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хәлдәр тураһында бер ентекләп яҙырмын әле.